Заседание Курултая башкир
Декабрь 15, 2025
Просмотров: 27
Бөгөн, 12 декабрҙә Ҡоролтайҙың 30 йыллығына бағышланған Саҡмағош районы башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, мәғәриф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ойошма етәкселәре, ауыл биләмәләренән делегаттар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырыш ҡоролтай гимны "Урал" башҡорт халыҡ йыры менән асылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге тураһында, районыбыҙҙа башҡарылған эштәр тураһында һөйләшеү булды. Мәктәбебеҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Исләмғәлиева Р. Р. һәм Сәләхова Р. Ә. Ултырышта ҡатнашып, сығыш яһанылар.
Туған телебеҙҙе һаҡлау, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү, халҡыбыҙ араһында сәләмәт, айыҡ тормошто пропагандалау, милли спорт төрҙәрен үҫтереү, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса Саҡмағош районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарған эштәрҙе һанап бөтөрөү мөмкин дә түгел. Киләсәктә лә ул ошо изге маҡсаттарға арымай-талмай хеҙмәт итһен.
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайбашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #30ЛетКурултай #ЮбилейВКБ #30ЙәшҠоролтай #РадийХабиров #ГлаваРБ #БеҙБергә