Аҡмуллаға эйәреп…

Январь 19, 2022 Просмотров: 28
 Ошо көндәрҙә Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу уңайынан 10-11-се класс уҡыусылары һәм студенттар өсөн ойошторолған регион-ара әҙәби конкурстың һөҙөмтәләре билдәле булды. Ошо мәртәбәле конкурста Саҡмағош 1-се урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Сафина Руфина (етәксеһе Исламғәлиева Рәмзилә Рауил ҡыҙы) ҡатнашты. Ул ижади конкурста призлы урынға лайыҡ булды һәм Диплом менән бүләкләнде.

         Руфинаны һәм уның етәксеһен ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә ижади уңыштар теләйбеҙ!